«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Яңы Георгиевка ауылы халҡына ла уңайлы шарттарҙа беренсел медицина ярҙамы күрһәтелә башланы. Ауылға ҡайтҡан йәш белгес менән БСТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.
Айһылыу Әбсәләмова Салауат медицина колледжын тамамлап, «Ауыл фельшеры» программаһы буйынса Ишембай районына эшкә ҡайтҡан. Хәҙер ул Яңы-Георгиевка ауылында йәшәүселәрҙең сәләмәтлеге һағында. Йәш белгес билдәләүенсә, яңы ғына асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты өс йөҙгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында процедуралар, прививкалар яһау өсөн айырым кабинеттар булдырылған, гинекология бүлмәһе эшләй. Нәзирә Хисмәтуллина билдәләүенсә, ауылда фельдшерлы булыу – үҙе бер бәхет. Дарыу менән генә түгел, йылы һүҙ менән дә дауалай
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән объект урындағы халыҡтың тормошон күпкә еңеләйткән. Фельдшер ауырыуҙарҙы өйҙәр буйлап та йөрөп ҡарай. Һуңғы ике йылда Ишембай районының Һайран, Иҫке Һәйет, Ғүмәр ауылдарында ла яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа индерелгән.
Гөлназ Хәйбуллина.




