Бер ихатала футбол һәм баскетбол майҙансығы йәшәргә ҡамасаулаһа, икенсе ихатала дөрөҫ йәйелмәгән асфальтта күләүектәр йыйыла һәм ямғыр һыуҙары йорт подвалына ағып төшә.
Бөрө ҡалаһының Интернациональ урамындағы 118 йорт алдындағы ихата көндөҙ балалар тауышынан шаулап тора. Тик бында төндә лә тауыш тынмай. Эргәләге күп ҡатлы йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, бигерәк тә футбол һәм баскетбол майҙансығы магнит кеүек тирә-яҡтан йәштәрҙе йыйған. Спорт майҙансығында барған ҡыҙыу уйындарҙан йорттағы тәҙрәләр селпәрәмә килгән, машиналарҙың көҙгөләре ҡалмаған.
Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр уның урынына тренажерҙар һәм балаларға бәүелсәктәр ҡуйҙырыу теләген белдерегән.
Бөрө ҡалаһының Тыныслыҡ урамындағы 148 йортта йәшәүселәр ҙә тыныслығын юғалтҡан. «Башҡортостан ихаталары» проекты буйынса еренә еткерелмәгән эш менән улар ҡәнәғәт түгел.
Ямғырлы көндәрҙә подъезд ишегенән урамға сығыу ауырлаша, ти өлкәндәр. Сөнки проектта ливневка юҡ, ә асфальт йорт яғына ауыш яһалған.
Быйыл «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелә. Ошо маҡсатта бер миллиард ярымдан ашыу аҡса бүленгән.
Рәмилә Исмәғилева.




