Башҡортостан юлдаш телевидениеһы проекттары «Тэфи төбәк-2020» финалына сыҡты

Нальчикта Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы финалистары иғлан ителде. Улар араһында- беҙҙең коллегалар тарафынан әҙерләнгән «Юғалсыҡтар иле» әкиәте менән «Реаль футбол» проекты ла бар. Быйыл бәйгегә илдең төрлө төбәктәренән 600-гә яҡын эш ҡабул ителгән. Абруйлы баһалама ағзалары финалға иң яҡшы 60 хеҙмәтте һайлап алған. «Телевизион нәфис фильм/сериал» номинацияһында «Тамыр» телеканалының Яңы йыл әкиәтенән тыш, тағы ла Хакасия телевидениеһының бер юлы ике эше бронза Орфейға дәғүә итә.

Шулай уҡ «Спорт тураһында программа» номинацияһында төп приз өсөн «Реаль футбол» проекты көрәшә. Был Башҡортостандың төп телеканалы менән «Өфө» футбол клубының берлектеге хеҙмәт емеше. «Тэфи төбәк-2020» телевизион конкурсының финалы 26 ноябрҙә Калугала уҙа. 

Илдар Байбулатов.