Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар онлайн режимда үтә

Театр -филармониялар, китапханалар һәм музейҙар тура трансляциялар, онлайн-концерттар, виртуаль экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.  

Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни, милли-мәҙәни үҙәктәр социаль селтәрҙәрҙә “Тәмле, милли” тигән кулинар флешмоб  уҙғара.

Кумертау ҡала  башҡорттары ҡоролтайы Халыҡтар берҙәмлеге байрамына арнап “Бәйләнештә” селтәрендә “Мин халҡымды яратам”  тигән флешмоб иғлан итә. #МинХалҡымдыЯратам хештегы аҫтында төрлө халыҡ костюмдарында фотолар, йә иһә тыуған телдә шиғыр уҡып, йыр, бейеүҙәр видеоһын Интернет селтәренә һалырға  була.

Башҡортостанда Ҙур этнография диктанты ла йылдағыса Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала. Халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашырға теләүселәр өсөн айырым сайт булдырылған. Диктантта 30 һорау була. Яуап биреү өсөн 45 минут ваҡыт бүленә. 

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ-бейеүҙәре дәүләт ансамбле “Тикток” селтәрендәге #Танцуютвсе Бөтә Рәсәй флешмобына ҡушыла.

Шулай уҡ балалар һүрәттәре буйынса #Сильныеединые акцияһы ла үткәрелә.

Популяр артистар, республиканың төрлө милләт блогерҙары социаль селтәрҙәрҙә Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” шиғырын уҡый.