Өфөнөң 21-се дауаханаһына заманса ИВЛ-дар, реаниматолог һәм анестезиолог мониторҙары, республика онкодиспансерына рентген компьютер томографы алынды.
Яңы ҡорамалдар сирҙе диагностикалауҙы күпкә яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Быйыл Башҡортостанға 657 ИВЛ һатып алыу буйынса килешеү төҙөлгән. Шуларҙың 500-ән ашыуы республика дауаханаларына ҡуйылған.





