Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай Указға ҡул ҡуйҙы. Был маҡсатта бюджеттан 30 миллион һум бүленгән. Түләүҙәр ике тапҡырға арта, аҡсалата премияның яртыһын спортсының тренеры ала, тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.
Донъя кубогында еңеүсегә һәм уның тренерына 250 мең һум түләнә, 2-се һәм өсөнсө урын алыусыларға 150 һәм 100 мең ҡаралған. Европа кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа призлы урын алыусыларға иһә 150, 100 һәм 75 мең һум түләнә. Бынан тыш, Указға ярашлы, Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындарында 4-се- 8-се урындар өсөн дә аҡсалата бүләкләү ҡаралған.





