Башҡорт дәүләт медицина университетында ирекмәндәр штабы үҙ эшен башланы

Студенттар өлкәндәрҙең өйөнә уларҙың үтенесе буйынса аҙыҡ-түлек һәм препараттар алып бара. Мохтаждар телефон аша шылтыратып, йә Дөйөм Рәсәй фронты порталында ғариза ҡалдыра.

Дөгө ярмаһы, көнбағыш майы, ҡыяр һәм башҡа аҙыҡ-түлек кәрәк. Эдуард уларҙың исемлеген төҙөй. Етештереүсеһе, маркаһы, нисә данала кәрәклеген яҙып ала. Өфө медицина колледжы студенты ирекмәндәр штабында эшләй.  

Башҡорт дәүләт медицина университетында штаб тағы эшләй башланы. Сөнки республика башлығы ҡарары менән 65 йәштән ололарға урамға сығып йөрөргә ярамай. Ирекмәндәр штабында медицина вузы һәм колледжы студенттары.

Ирекмәндәр балалары, йә туғандары яҡында булмаған  өлкәндәргә кәрәкле әйберҙе һатып алып илтеп бирә. Мөрәжәғәттәр аҙыҡ-түлек йә дарыуҙар килтереү буйынса. Яҙ көнө тулы изоляция ваҡытында  штаб ете меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән.

400 ирекмән йәлеп ителде, өс мең ярым мөрәжәғәт буйынса эш башҡарылды. Йөрөй алмаған кешеләр, инвалидтар, өлкәндәр бындай ярҙамға мохтаж. Изге эшкә ваҡытын бүлеүселәргә беҙ рәхмәтле.   

Владимир Ишмәтов, Башҡорт дәүләт медицина университетының тәрбиә һәм социаль эштәр буйынса ректор урынбаҫары

Ирекмәндәр исемлек менән ғариза ҡалдырыусы йәшәгән адресҡа юллана һәм яҡындағы магазинда кәрәкле продукцияны һатып ала. Бының өсөн штабта аҡса запасы бар. Мөрәжәғәт итеүселәр, ғәҙәттә, аҡса менән урында иҫәпләшә. Кәрәкле әйберҙе алып барып биреү генә уларға бушлай. Ирекмәндәр ярҙам һораусыларҙың намыҫына ышана, ләкин һатып алғанды кире биргән осраҡтар булған, йә магазин, дарыуханаға барырлыҡ балалары менән бергә йәшәүселәрҙән дә мөрәжәғәттәр килгән.   

Фото №1 - Башҡорт дәүләт медицина университетында ирекмәндәр штабы үҙ эшен башланы

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ