«Сәнғәт төнө» – онлайн форматта

Халыҡтар дуҫлығы көнө сиктәрендә, бөгөн Башҡортостан мәҙәниәт учреждениелары социаль селтәрҙәге рәсми сайттарында төрлө экскурсия, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Ә данлыҡлы ғәскәровсылар ансамбле «Ике быуын әңгәмәһе» исемле проектын тәҡдим итте. Ул тәжрибәле бейеүсенең йәш артист менән фекер алышыуы хаҡында. Яҙма менән яҡындан ютуб каналында танышырға мөмкин.

Акция сиктәрендә, ансамбль солистары ете төр милләт өлгөләрен сағылдырған яңы бейеүгә нигеҙ һалды. Халыҡ-ара дуҫлыҡты сағылдырған хореография композицияһын шулай уҡ, интернет киңлектәрендә ҡарарға була.

Азат Ғәлиуллин.