Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан ауылда эшләүселәргә хаҡлы ял иҫәбенә 1 мең 421 һум өҫтәлә. Бындай түләүҙәргә 30 йылдан күберәк ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәр дәғүә итә ала. Һөнәрҙәр исемлеге менән Пенсия фонды сайтында танышырға мөмкин.





