Бында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Медицина ойошмаһы 800-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Район хакимиәте белгесе Сәлимә Байгилдина һөйләй.
Быйыл Хәйбулла районында 5 фельдшер-акушер пункты асыу планлаштырылғайны. Октябрҙә Татыр-Үҙәк һәм Оло Әбеш ауылдарында дауалау үҙәктәре файҙаланыуға тапшырылды. Йыл аҙағына тиклем Әбүбәкер һәм Антингән ауылдарында ла яңы биналар сафҡа индерелә. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, фельдшер-акушер пункттарын төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан 270 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Был суммаға 60 модуль алынған. Башҡортостан бюджетынан 15 модулгә 51 миллион һум аҡса бирелгән.





