Ижади ярышты “Заманса башҡорт операһы лабораторияһы” ойошторҙо. Баһалама комиссияһына 19 эш тәҡдим ителгән. Жюри 3 авторҙы еңеүсе тип атаны. Уларҙың береһе танылған шағирә Тамара Юлдашева:
Шәйехзада Бабич тулыһынса өйрәнелмәгән шәхестәрҙең береһе. Уның хаҡындағы опера тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы булыр, тигән фекерҙә Тамара Юлдашева.
Либретто яҙыусылар конкурсы Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған.






