Башҡортостан спортсыларына күберәк аҡса түләнә

Башҡортостан спортсыларына күберәк аҡса түләнә
Фото №1 - Башҡортостан спортсыларына күберәк аҡса түләнә

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яулаған һәм призлы урын алған спортсыларға премия арта. Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындарында еңеүселәргә 2 миллион һум түләнә. Көмөш миҙал алыусылар – 1 миллион ярым һәм бронзаға эйә булыусылар 1 миллион һум ала. Үҫмер спортсыларға ла түләү артты. Халыҡ-ара ярыштарҙа еңгән ҡыҙҙар һәм егеттәргә 300 мең һум бирелә. Бынан тыш, спортсыларҙы әҙерләгән тренерҙарға түләү өҫтәлә. Уларға атлеттар алған премия суммаһының яртыһы ҡайтарыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ