Башҡортостан менән сиктәш төбәктәрҙә ҡош киҙеүе теркәлгән

Башҡортостан менән сиктәш төбәктәрҙә ҡош киҙеүе теркәлгән
Фото №1 - Башҡортостан менән сиктәш төбәктәрҙә ҡош киҙеүе теркәлгән

Инфекция Татарстан һәм Силәбе өлкәһенең ҙур ҡошсолоҡ комплекстарында асыҡланған. Ауырыу таралыуын иҫкәртеү маҡсатында республика сигендә ветеринар күҙәтеү көсәйтелә. Бигерәк тә төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә етди саралар күрелә. Белгестәр ҡоштарҙы бикле тоторға, шикле күренгән ҡатнаш аҙыҡ һәм ҡошсолоҡ тауарҙарынан баш тартырға кәңәш итә. Ауырыу күренештәре асыҡланған хәлдә ветеринар хеҙмәт станцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әле республикала ҡоштарҙың ауырыу осрағы теркәлмәгән. Башҡортостан Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин.

Башҡортостан менән сиктәш төбәктәрҙә ҡош киҙеүе теркәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ