Свердловск өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында «Урал башҡорттары: тарих һәм этнография» тип аталған темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Уның эшендә ике төбәктең дә профилле мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре, Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһенең тарихсылары һәм этнографтары, башҡорт йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.
Екатеринбургта сентябрҙә генә «Урта Урал халыҡтары мәҙәниәте»көндәре уҙғарылған. Унда Өфөнән сәнғәт оҫталары музыка ҡоралдарында уйнау һәм бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторған. Ошо уҡ сарала өлкәнең Каменский-Уральский ҡалаһының Милли мәҙәниәттәре үҙәге үҙҙәренең Башҡортостан Башлығы Грантына лайыҡ булған «Башҡорт теле: өйрәнәбеҙ, уҡыйбыҙ, йырлайбыҙ» проектының исем туйын уҙғарған.
Халыҡтың үҙ милләтенән ситләшеүенең төп сәбәптәренең береһе – балаларҙы туған телдә уҡытмау. 2001 йылдан алып 2010 йылға тиклем Шәкүр, Үрмәкәй, Өфө- Шигири мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытылған. Хәҙер ул дәрестәр юҡ. Әлеге мәлдә Каменск-Уральский, Екатеринбург ҡалаларында йәкшәмбе мәктәптәре эшләй. Хәҙерге заман мәғарифты көйләү закондары буйынса теләгән һәр кем үҙ туған телен өйрәнә ала. Үрге Пышма ҡалаһында ла йәкшәмбе мәктәбен ҡабаттан тергеҙеү тураһында һүҙ ҡуҙғатылды түңәрәк өҫтәлдә.
Зум платформаһында барған түңәрәк өҫтәлдә өлкә башҡорттары ҡоролтайының 24 бүлексәһенән 19 вәкил офлайн, ҡалғандары, шулай уҡ өлкәнең башҡа башҡорт йәмәғәт ойошмалары онлайн режимда ҡатнашты. Фекер алышыуҙан шулай уҡ, Башҡортостандың Силәбеләге вәкиллеге лә ситтә ҡалманы. Был төбәктәрҙә башҡорт мәҙәниәте һорауҙары һәм хәл итәләһе мәсьәләләрҙең уртаҡ икәнлеге тураһында һөйләй ул.
Рәшиҙә Ишембәтова.






