Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров төҙөлөш менән танышыу барышында белдерҙе. Әле эштәр планға ярашлы бара. Корпус каркастары ҡорола, коммуникациялар һалына, юлдар төҙөкләндерелеп ағастар ҙа ултырта башлағандар. Бер үк ваҡытта медицина персоналы ла туплана башлаған. Ноябрҙә ҡорамалдар килтерелә. Өфөлә төҙөлгән госпиталдән айырмалы табиптар һәм пациенттарға уңайлы булһын өсөн ятаҡтарҙа коридорҙар киңәйтелә, ял, санитар бүләмәләр һаны арттырыла.




