Ул төбәктең Еләҙекүл ауылында күптән түгел Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә арнап асылған мемориал комплекс тирәләй ултыртылды. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған мемориал комплекс Еләҙекүл ауылының хозур тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан. Күл эргәһендәге иҫтәлекле урын эшҡыуар Рәүис Баһауетдинов ярҙамында тормошҡа ашырыла. Төҙөлөштөң тәүге этабында уҡ, эргә-тирәне йәшелләндереү бурысы билдәләнә. Ҡуйылған маҡсат оҙаҡ көттөрмәй, бөгөн һәйкәл тирәләй 113 ылыҫлы ағас ҡалҡып сыға. Шунсама кеше Еләҙекүл ауылынан фронтҡа алынған булған.
Үҫентеләр төбәктең «Башҡорт эрбете» питомнигынан килтерелә. Ауыл халҡы һәм район активистары тырышлығында ағастар һанаулы ваҡыт өмә ойоштороп ултырыла. Балтас районында Бөйөк Еңеүҙең 75-се яҙына бәйле бик күп саралар башҡарылған.
Һуңғы өс йылда ғына төбәктә 65 һәйкәл асылған. Улар төрлө программалар, айырым кешеләр ярҙамында тормошҡа ашырылған. Сираттағыһы икеләтә үҙенсәлекле. Тәүге ике этапта мемориал комплекс булдырылып, уның эргә-тирәһе йәшелләндерелһә, киләһе йыл биләмә кәртәләнер тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин.




