«Родина» кинотеатрында «Саптар» нәфис фильмының исем туйы уҙҙы

Сараға ижадсылар һәм уларҙың яҡындары, дуҫтары йыйылды. Ҡыҫҡа метражлы картинаның Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә һәм хәрби разведчиктар көнө уңайынан  экранға сығыуы символик мәғәнәгә эйә. Ентекләберәк сираттағы яҙмала.

Ун көн буйына билдән ҡар йырып, боҙло һыу кисеп совет разведчиктары дошман ҡамауынан сыға. Был – «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Саптар» фильмының сюжеты. Ролдәрҙә Милли йәштәр театры актерҙары - Вадим Ҡылысов, Евгений Лопатин, Дмитрий Гусев, йәш актер Тигран Довлетбекян, Рус драма театры актеры Владимир Кузин. Рота политругы, лейтенант Кәримов образынбилдәле актер һәм режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев тыуҙырған.

Унда бит инде интернациональ команда. Һәр бер милләттән тиерлек бар вәкиле. Шуға милләткә ҡарап ҡына кешене айырырға ярамай. Һәм разведкаға, ысынлап та, иң ышаныслы кешеләр менән барырға була. Шул йәһәттән улар командирына ышаналар. Ул уларҙы ташлап китмәй. Уның һүҙенә ышаналар. Әлбиттә, был яҡтан бына ошо кешелек сифаттарын күтәргән фильм был.

  Фильмдың режиссеры – Роман Пожидаев. Әсәһе яҡлап олатаһы – яугир-шағир Хәниф Кәрим яҙмышына тәүге мөрәжәғәт итеүе түгел. Быға тиклем сценарист Зөһрә Бураҡаева менән берлектә «Тауҙар үренә» документаль фильмын сығарған. Был юлы Хәниф Кәримдең Мәскәү оборонаһы ваҡиғалары хаҡындағы иҫтәлектәре нигеҙ итеп алынған.

Мин аңланым көндәлектәренән, ул политрук булараҡ та, офицер булараҡ та, ысынлап та, эсендә бик күп нәмәләрҙе йәшереп тотҡан... Ун көн буйына окружениела ятҡандар, төрлө милләт кешеләре, дуҫтар. Һәм шуны нисектер бирге килде. Сөнки Мәскәү оборонаһы – ул һуғыштың еңеүгә тәүге тапҡыр ышаныс тыуған ваҡыты.

  Фильм эпизодтары Өфөнән алыҫ түгел, Булгаков ауылы эргәһендә төшөрөлгән. Һуғыш ваҡиғаларын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләү өсөн «Рейд» хәрби-тарихи клубы ярҙамына мөрәжәғәт иткәндәр. Һалдат-офицерҙарҙың кейем-һалымы ла, ҡоралдары ла тарихи дөрөҫлөккә тап килә.

Аҙ бюджетлы фильмды киләсәктә тулы метражлы итергә, киң прокатҡа сығарырға, конкурстарға ебәрергә иҫәп тота ижадсылар.

Рәйсә Абдуллина.