«Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә юл хужалығы өсөн композит бағаналар етештереү яйға һалына

Был турала «Инвестиция сәғәте» форматында үткән кәңәшмәле билдәләнде. Фекер алышыу Башҡортостан башлығы рәйеселегендә, онлайн тәртиптә үтте.

Инвестор урам һәм юлдарҙы яҡтыртыу фонарҙәре өсөн композит бағаналар етештереүҙе яйға һалыуҙы күҙаллай. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендәге технология линияһына 400 белгес йәлеп итеү планы бар. Проекттың дөйөм хаҡы 1 миллиард һум. Комплексты 2021 йылдың авгусында сафҡа индереү ниәтләнгән.

Ивесторға дәүләт ярҙамы булараҡ махсус иҡтисади биләмә резиденттарына ҡаралған өҫтөнлөктәр һәм кредит процентының бер өлөшөн кире ҡайтарыу тәҡдиме бар.

Ултырышта шулай уҡ Раевка шәкәр заводын яңыртыу проекты ҡаралды. Һөҙөмтәлә  сөгөлдөр эшкәртеү күләме тәүлегенә 5 миллион ярым тоннаға еткерелә. Фекер алышыу барышында, шулай уҡ быға тиклем «Инвестиция сәғәте» улытырыштарында раҫланған ҡарарҙарҙың үтәлеше тикшерелде.

Фото №1 - «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә юл хужалығы өсөн композит бағаналар етештереү яйға һалына
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ