Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһында башҡорт теле дәрестәре ойошторола. Был эш Республика башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла.Милли мәҙәниәттәр Үҙәгенә башҡорт телен өйрәнергә теләгән төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ аҙнаһына 3 тапҡыр йыйыла. Башҡорт теле уҡытыусыһы Юлиә Рамаҙанова.
Свердловск өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Төмәнцева белдереүенсә, туған телде өйрәнеүгә иғтибарҙы арттырырға кәрәк.
Каменск- Уральский ҡалаһынан тыш Свердловск өлкәһендә башҡорт телен һәр кесаҙна һайын Башҡортостан мәғәриф һәм фән министрлығы ойошторған онлайн дәрестәр буйынса өйрәнәләр.






