Красноярск ҡалаһында ҡаяға үрмәләү буйынса бәйге уҙҙы. Унда республиканан 19 спортсы көсөн һынаны. Спорт мастеры Алмаз Нагаев икенсе һөҙөмтә күрһәтеп көмөш миҙалға лайыҡ булды. Башҡортостандан 6 ҡатнашыусы ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына инде.





