Республика буйынса Росреестр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, программа халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Беҙҙең республика илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә килә. Рәсәй Хөкүмәте льготалы ипотеканы киләһе йылдың июленә тиклем оҙайтты. Яңы йорттан торлаҡҡа кредит 6,5 процентҡа бирелә. Ипотека 20 йылға иҫәпләнгән, тәүге иғәнә фатир хаҡынан 15 процент булырға тейеш.





