Башҡортостан сода компанияһы» акцияларын дәүләт ҡарамағына күсереү мәсьәләһендә нөктә ҡуйылманы

Бөгөн төбәктең Арбитраж суды ҡарары менән сираттағы суд ултырышы 24 ноябргә билдәләнде. Процесс яҡынса дүрт сәғәт дауам итте. Генераль прокуратура вәкилдәре билдәләүенсә, суд яуап биреүсе яҡтың ҡайһы бер үтенес ҡағыҙҙарын ҡарауҙан баш тартҡан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь аҙағында республика етәкселеге лә компания акцияларының федераль ҡарамаҡҡа күсеүен хуплап сыҡҡайны. Радий Хәбиров был осраҡта предприятие менән идара итеүҙә Башҡортостан мәнфәғәттәре зыян күрмәй, киреһенсә нығыясаҡ тип билдәләне.

Бөгөнгө суд ултырышы һөҙөмтәһе буйынса тыңлауҙар кисектерелде. Яуап биреүселәрҙең процесҡа өсөнсө яҡ булараҡ Рәсәй Хөкүмәтен йәлеп итеү һәм финанс-иҡтисади экспертиза уҙғарыу буйынса үтенестәре кире ҡағылды.

Иван Будлов, Рәсәйҙең генераль прокуратураһы идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Фото №1 - Башҡортостан сода компанияһы» акцияларын дәүләт ҡарамағына күсереү мәсьәләһендә нөктә ҡуйылманы

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ