«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә дүртенсе онлайн стрим үтте.
Уның сиктәрендә тамашасыларҙың һорауҙарына Зубов ауылындағы яңы инфекция клиникаһынан Глеб Глебов һәм Республика перинаталь үҙәгенән Динар Ғабдрахманов яуап бирҙе. Был табиптар пандемия ваҡытында ҡыҙыл зонала эшләй һәм короновирусҡа ҡаршы көрәштең бар үҙенсәлектәрен белә.
Белгестәр әйтеүенсә, кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар күп, улар сирҙең тәүге билдәләренән башлап дауалау алымдарына тиклем һораша. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе Интернет аша бындай трансляцияларҙы кесаҙна һайын киске сәғәт 5-тә ойоштора.
Рәмзиә Кәримова.




