207 квадрат метрлы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһында тиҙ ярҙам күрһәтеү, пациенттарҙы ҡабул итеү, дарыуҙарҙы һаҡлау өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Заманса, йылы уңайлы бинала эш өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Ул урында йәшәүсе ете йөҙҙән ашыу халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Сафҡа ингән яңы бинала шулай уҡ белгестәр өсөн йөҙ квадрат метрлы фатир ҙа ҡаралған.
Бинаның төҙөлөшө республиканың ауыл хужалығы министрлығы булышлығында «Ауыл хужалығы биләмәләренең тотороҡло үҫеше» маҡсатлы программаһы ярҙамында башҡарылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының иҫке бинаһы санитар нормаларға яуап бирмәгән. Хәҙер халыҡ уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Төҙөлөш эштәре июндә башланып, төҙөүселәр объектты билдәләнгән ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ сафҡа индергән. Ошо маҡсатта дәүләттән ун бер миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Рәмилә Исмәғилева.




