«Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексында йәшәүселәр ҡултамға йыя башлаған. Улар канализация һыуҙарының йорттар янындағы соҡорҙарға түгелеүенә зарлана.
Хужалар билдәләүенсә, ваҡытында сауҙа комплекстарының береһе өсөн төҙөлгән таҙартыу ҡоролмаһына бөгөн ситтән дә бик күп ҡалдыҡтар килтерелә. Һөҙөмтәлә бысраҡ һыуҙар тирә-йүнгә әсе еҫ тарата. Теманың дауамы киләһе репортажда.
«Сарафанлы радио» шул тиклем тиҙ эшләй, телевидение килеү менән бар техникала юҡҡа сыҡты, ти урындағы халыҡ. Ә бит бер нисә минут элек кенә был урам проспекты хәтерләткән. Көн һайын ауыл эсенән йөҙләгән ассенизатор машинаһы үтә. Улар канализация ҡалдыҡтарын эргәләге таҙартыу ҡоролмаһына таш ый.
Түҙеп торғоһоҙ еҫкә күршеләге торлаҡ комплексында йәшәүселәр ҙә зарлана. Тәүҙә улар өйҙәренең экологик яҡтан таҙа урында булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Әммә йәй етеү менән түҙеп торғоһоҙ еҫ тарала. Был үҙ сиратында хужаларҙың башы әйләнеүенә, күңел болғаныуына килтерә.
Таҙартыу ҡоролмаһы ваҡытында «ИКЕА» сауҙа комплексы өсөн төҙөлгән булған. Әммә бөгөн эргәләге йорттарҙың да канализация һыуҙары шунда уҡ ағып төшә. Әлбиттә, ҡоролма бындай күләмдәге бысраҡ һыуға иҫәпләнмәгән, ти урындағы халыҡ. Өҫтәүенә, шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙең дә ҡалдыҡтары бында түгелә.
Урындағы халыҡ әсе еҫкә зарланып төрлө инстанцияларҙың тупһаһын тапаған. Улар таҙартыу ҡоролмаһы эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы һәм компанияның лицензияһын тартып алыуҙы һорай. Тикшереүҙәр барышында прокуратура тарафынан ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланған. Закон боҙоу осраҡтары буйынса иҫкәрмәләр яһалған.
Бөгөн Өфөнөң көньяҡ районында башҡа бер генә махсус урын да төҙөлмәгән. Әгәр һуңғыһы ла ябылһа, Нуғай, Чесноковка, Зубов кеүек бик күп ауылдарҙы хеҙмәтләндереү бөтөнләй туҡтаясаҡ, ти белгестәр. Шуға ла яҡын киләсәктә баш ҡалаға тағы ла бер таҙартыу ҡоролмаһы талап ителә.
Илдар Байбулатов.




