Өҫтөнлөклө маҡсат

Сит тарафтарҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙгә ярҙам күрһәтеү юлдарын үҫтереү буйынса бөгөн брифинг ойошторолдо. Дәүләт кимәлендә үткән сарала иғтибар Башҡортостан менән Үзбәкстан араһындағы хеҙмәттәшлекте көсәйтеүгә йүнәлтелде. Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле һауа сиктәре бикле булыу сәбәпле, осрашыу онлайн форматта үтте.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, бөгөн Үзбәкстанда 30 меңгә яҡын Башҡортостан вәкиле йәшәй. Уларға туған телдә иркен аралашыу, белемен камиллаштырыу, әҙәби-мәҙәни сараларҙы ойоштороу өсөн күп яҡлы дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк тип килешелде. Төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре йәлеп ителгән Халыҡ-ара брифинг республикала гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды ярҙамында үтте.

Флорида Ким.