Балалар командалары араһындағы беренселек ҡала ихаталарындағы төҙөкләндерелгән майҙансыҡтарҙа ойошторолдо.
Ишембайҙың Ленин урамындағы 2-се һәм Чкалов урамындағы 27-се һанлы йорттар эргәһендәге биләмәләр «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса ремонтланған. Хәҙер бында йыл әйләнәһенә спорт менән шөғөлләнеү, төрлө саралар ойоштороу. ял итеү өсөн тулы мөмкинлектәр бар.
Белгестәр әйтеүенсә, йорт ихаталары бөтөнләй икенсе төҫ алған, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Ремонт эштәре йорт хужаларының теләктәрен иҫәпкә алып башҡарылған, улар фекер алышыуҙар барышында әүҙем ҡатнашҡан. Күмәк көс менән менән ихаталарҙа өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла бөтә уңайлыҡтары булған майҙансыҡтар ҡалҡып сыҡҡан.
Рәмзиә Кәримова.




