Республикала хәҙер ГТО нормативтарын дипломлы белгестәр ҡабул итәсәк

Өфөлә физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт-халыҡ менән эшләү программалары буйынса һөнәри әҙерлек курстарын үтеүселәргә рәсми документ тапшырылды.

«Спорт – йәшәү нормаһы» федераль программаһына ярашлы ойошторолған уҡыуҙа 66 кеше ҡатнашҡан. Тыңлаусылар араһында Башҡортостандан тыш, Ырыбур өлкәһе вәкилдәре лә була. 300 сәғәткә иҫәпләнгән лекциялар көндәлек һәм дистанцион технологиялар ҡулланып уҙғарылған.

Фото №1 - Республикала хәҙер ГТО нормативтарын дипломлы белгестәр ҡабул итәсәк

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ