Өфө районы «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексында өлөшсөләр проблемаһы тулыһынса хәл ителде

Күп ҡатлы һуңғы йортта төҙөлөш эштәре тамамланды. Ул 2016 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған. Әммә төҙөлөш компанияһында банкрот процедуралары иғлан ителеү сәбәпле, тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килә. Көтөп алынған фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһынан БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Был асҡыс, әйтерһең дә, тормоштоң яңы битен аса... Ләйсән менән Илмир Йәғәфәровтар ғаиләһендә оло тантана. Тиҙҙән улар өй туйлаясаҡ. Өфө районы Булгаков ауылындағы ике бүлмәле фатирҙарына күсенеүҙе оҙаҡ көтөргә тура килгән. Күп ҡатлы йортта ниһайәт, төҙөлөш  тамамланған, милексе булараҡ документтарҙы рәсмиләштерергә генә ҡалған.

Дуғалы урамындағы күп ҡатлы йорт 48 фатирға иҫәпләнгән. Килешеү буйынса ул 2016 йылда сафҡа индерелергә тейеш булған. Төҙөлөш компанияһында финанс ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килеү сәбәпле, өлөшсөләр «сикһеҙ вәғәҙәләр» һәм «өмөт» режимында йәшәүгә күсә. Бөгөн иһә йөҙҙәрендә йылмайыу, күҙҙәрендә йәш. Тантаналы шарттарҙа уларға фатир асҡыстары тапшырылды. Урындағы идарасы компания ла милекселәр һәм ресурс менән тәьмин итеүсе компаниялар араһында тура килешеүҙәр төҙөй башларға әҙерлеген белдерҙе.

«Яңы Булгаков» торлаҡ комплексында оҙайлы төҙөлөшкә нөктә ҡуйылды. Проблемалы һаналған күп фатирлы һуңғы йорт файҙалыныуға тапшырылды. Ә бит 2017 йылда төҙөлөш компанияһына ҡарата банкрот процедуралары башланғайны, ул ваҡытта ярты меңгә яҡын өлөшсөнөң торлаҡ мәсьәләһе хәл ителмәй ҡала

Республиканың власть органдары киҫкен мәсьәләне контролгә алып, биләмәләге төҙөлөштө дауам итеү буйынса юл картаһы булдыра. Был эште алып барыуҙа «Стройвертикаль» ойошмаһының һатылмаған фатирҙары, буш ер участкаларынан тыш, инженер селтәрҙәр кеүек башҡа активтары булыуы ла ярҙам итә.

Быйыл Булгаков ауылында ике күп ҡатлы йортто файҙаланыуға тапшырһаҡ, былтыр улар бишәү ине. Барлығы ошондай 17 проблемалы торлаҡ булды. Республика Хөкүмәте ярҙамы менән өлөшсөләрҙе борсоған проблема тулыһынса хәл ителде.

Вилорий Угаров, Өфө районы хакимиәте башлығы

Биләмәлә туғыҙ проблемалы объект, шул иҫәптән күп фатирлы өс йортта төҙөлөш алып барылмаған, улар буйынса граждандарға башҡа әҙер торлаҡтан квадрат метрҙар тәҡдим ителәсәк. Алдан вәғәҙәләнгәнсә, 2020 йылда Булгаков ауылы өлөшсөләре буйынса һорау ябыла.

Фото №1 - Өфө районы «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексында өлөшсөләр проблемаһы тулыһынса хәл ителде

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ