Өфөнөң Карл Маркс урамы, 57-се йортта йәшәүселәр бер нисә йыл инде емерелеп барған ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә мәжбүр. Йыл әйләнәһенә өҫкө ҡат фатирҙары түбәһенә һыу үтә. Сараһыҙҙан, милекселәр сарлаҡҡа инеп мәсьәләне хәл итеп тә ҡарай. Әммә файҙаһыҙ. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Тамсы тамған урынға биҙрә, ә түбәлә ҙур эҙҙәр. Сачиловтар ғаиләһе был фатирҙа 50 йылдан ашыу йәшәй. Һуңғы йылдарҙа ремонт эшләү, обой йәбештереү улар өсөн хыял ғына булып ҡала. Ҡыйыҡтан һыу ағып, йорт түбәһе емерелер сиккә еткән. Ямғыр ваҡытында төндә сиратлап ҡарауыл ойошторабыҙ, ти хаҡлы ялдағы Лилиә Әнүәр ҡыҙы.
Йорт 1954-55 йылдарҙа төҙөлә. Һуңғы тапҡыр капиталь ремонт 9 йыл элек башҡарыла, әммә ул ваҡытта ҡыйыҡ алмаштырылмай. 2015 йылда фатирҙарҙың береһендә түбә ишелеп төшә. Бәхеткә, фатир хужалары зыян күрмәгән, балалар ҙа ул ваҡытта өйҙә булмаған. Бер нисә йылға һуҙылған мәсьәлә үҙен айырыуса ҡышҡыһын һәм ямғырлы көндәрҙә хәтерләтә. Төрлө инстацияларға мөрәжәғәт итеү һөҙөмтә бирмәй, тип зарлана Ольга Зенкина.
Йортта йәшәүселәр ҡыйыҡты йүнәтеүҙәрен һәм түбә япмаһына экспертиза үткәреүҙәрен һорай. Ленин районының «Торлаҡ хужалығы тресы»нда билдәләүҙәренсә, улар әлеге мәсьәлә буйынса хәбәрҙар, милекселәр ғаризаһына ярашлы, августа ремонт үткәрелгән. Әммә ҡыйыҡты капиталь ремонт программаһы сиктәрендә генә алыштырырға мөмкин.
Киләһе йылға йорттоң ҡыйығын алмаштырыуҙы капиталь ремонтлау программаһына индереү күҙаллана. Әле бының өсөн кәрәкле документтар туплана, тип белдерҙе «Торлаҡ хужалығы тресы» ойошмаһы вәкиле. Ә әлегә фатир хужалары түбәнән аҡҡан «шарлауыҡ» менән артабан да үҙаллы көрәшергә мәжбүр.
Әлфинә Килдейәрова.




