Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театрында сираттағы премьера!

Ижади коллектив был юлы яңы автор әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Йәш ҡәләм тирбәтеүсе Рәфис Ҡуйбағаровтың «Минең йөрәк һиндә тибә» исемле пьесаһын стәрлеләр осраҡлы һайламаған. Ул бөгөнгө көнгә ауаздаш булыуы менән үҙенсәлекле. Спектаклдәге ваҡиғалар дауахана тирәләй бара.

Тәүге драма әҫәрен сәхнәләштереүгә өлгәшкән автор быйыл Башҡорт дәүләт университеның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. Быға тиклем ул республикала кинофильмдар төшөрөп, балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Толпар» кинофестивален ойоштороусы булараҡ тәжрибә туплаған.

Азат Ғәлиуллин.