“Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарына 800 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Был аҡсаға Салауат районында Каруанһарай, Ғафурила Ташаҫты һәм Ишембайҙа Шихан тигән комплекстар төҙөлә. Бынан тыш, бында төрлө инфраструктура объекттары барлыҡҡа килә. Бының өсөн инвесторҙарға грант йәки субсидия бирелә, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.





