Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелә

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелә
Фото №1 - Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелә

Уларҙың дөйөм майҙаны 1 миллион квадрат метр. Эштәр 90 процентҡа теүәлләнгән. Вице-премьер – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев:

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелә

Тәртипкә килтерелгән биләмәләрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре ҡабул итә. Мәҫәлән, Благовещен һәм Ейәнсура райондарында комиссия подрядсыларҙың эшендә етешһеҙлектәр асыҡлаған. Краснокама районынында иһә ихаталар августа уҡ файҙаланыуға тапшырылған. “Күмертау, Мишкә, Баҡалы, Нефтекама һәм Асҡындағы биләмәләр төҙөкләндерелгәндә халыҡтың үтенесе тулыһынса иғтибарға алынған”, - тине Борис Беляев.

Өфөләге ихаталар ҙа яңыртыла.  Мәҫәлән, Батыр урамындағы йорт алдында “Башҡорт ихатаһы” программаһы буйынса юл киңәйтелгән, яңы асфальт ҡатламы түшәлгән. Подрядсы компания вәкиле Илшат Мөслимов:

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелә

“Хәҙер ихата бәләкәй скверға оҡшап ҡалды”, - ти Батыр урамында йәшәгән Флүр Фәғилев.  

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелә

Әйткәндәй, Батыр урамы, 10 кәсер 1 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң подъездары ла ремонтланған. Республика программаһына ярашлы быйыл Башҡортостанда  2 меңдән ашыу подъезд төҙөкләндерелә. Уларҙың 1 меңгә яҡыны Өфөләге йорттар.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ