«Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә быйыл 1 миллион квадрат метрҙа 380 биләмә төҙөкләндерелә

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, ихаталарҙы төҙөкләндереү Башҡортостандың бөтә төбәктәрендә лә алып барылған. Барлығы 300-ҙән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлаштырылған, 14 мең автомобиль ҡуйыу урыны эшләнгән, 450 мең квадрат метр асфальт ҡатламы һалынған. Әлеге көндә ремонт эштәре 90 процентҡа тамамланған. Оператив кәңәшмәлә киләһе йылға пландар ҙа ҡаралды. Радий Хәбиров 2021 йылда ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе иртәрәк, көндәр һыуытҡансы тамамлау бурысын ҡуйҙы.

Төҙөкләндерелгән ихаталарҙы ҡабул итеүгә Өфөнән комиссия сыға, етешһеҙлектәрҙе шунда уҡ төҙәтеү бурысы ҡуйыла. Мәҫәлән, Ейәнсура районында комиссия майҙанға ҡуйылған ҡоролма лицензияланған ойошма тарафынан эшләнмәү сәбәпле подрядсы ойошманың эшен ҡабул итмәгән. Иң яҡшы күрһәткестәр иһә Октябрьский ҡалаһында, Мәләүез һәм Саҡмағош райондарында.

Белгестәр әйтеүенсә, сифатлы ремонт алыҫтан уҡ күренеп тора. Мәҫәлән, Баҡалы районында төҙөкләндерелгән ихатаны танырлыҡ та түгел. Элек емереклектәр өйөлөп ятҡан, ташландыҡ хәлдә булған биләмә тулыһынса тәртипкә килтерелгән. Кешеләргә йөрөү уңайлы булһын өсөн плитәләрҙән һуҡмаҡтар һалынған, балалар өсөн заманса һәм хәүефһеҙ уйын ҡаласыҡтары урынлаштырлыған, спорт ҡоролмалары ҡалҡып сыҡҡан.

Баҡалы районы хакимиәте һәм төҙөлөш ойошмаһы белгестәре йорт хужалары менән даими рәүештә осрашып уларҙың теләктәрен белешеп торған. Әле ремонт эштәре тамамланыу алдында тип әйтергә мөмкин.

Фото №1 - «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә быйыл 1 миллион квадрат метрҙа 380 биләмә төҙөкләндерелә

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ