Быйыл төҙөкләндереләсәк республикалағы иң ҙур биләмә Саҡмағош районында

«Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә ауыл ерендә төҙөкләндерелгән иң ҙур биләмә Саҡмағош районы үҙәгендә урынлашҡан. Ремонтланған майҙансыҡ 16 йортто үҙ эсенә ала, бында эш комплекслы алып барылған, йорт яны ла, подъездар ҙа тәртипкә килтерелгән. Бер йыл эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән ихатала беҙҙең ижади төркөм дә булды. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Велосипед менән күләүек эсендә бата-сума йөрөгән малайҙың видеояҙмаһы Саҡмағош районы үҙәгендә төшөрөлгән. Үткән йылдың авгусында. Бында балаларға уйнар,  өлкәндәргә ял итер урындар юҡ, автомобилдәр теләһә ҡайҙа ҡуйылған, ике ҡатлы йорттарҙың буяуҙары ла ҡупҡан. Хәҙер инде ташландыҡ хәлдә булған ошо биләмәне танырлыҡ та түгел, майҙан «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә тәртипкә килтерелгән. Ә ремонт эштәре Республика башлығының төбәккә эш сәфәренән һуң башланған.

Тик әкиәткә тормошта ла урын табыла, Республика башлығы биргән вәғәҙәләр тулыһынса ғәмәлгә аша. Саҡмағоштар осрашыу ваҡытында Радий Хәбировҡа йорттарҙың торошона ла зарлана. Ғүмер буйы ошо өйҙә йәшәгән Рәйсә Хәсәнова шартлау хәүефен дә белдерә, сөнки барлыҡ селтәрҙәр сафтан сыҡҡан була.

Хәҙер инде подъездарҙы танырлыҡ та түгел. Өйҙәр яңы ғына сафҡа индерелгән торлаҡты хәтерләтә. Фатирҙар шартлар тип хафаланған Рәйсә Хәсәнова яңы уңайлыҡтарға ҡыуанып бөтә алмай.

Әле төҙөлөш ойошмаһы һуңғы эштәрҙе башҡара, тимер рәшәткәләр буяла, йорттар тыш яҡтан тәртипкә килитерелә. Ә юлдар, спорт һәм балалар майҙансыҡтары күптән инде шат тауыштарға күмелгән. Хәҙер балларҙы өйгә ҡыуып та индереп булмай, ти өлкәндәр. Төҙөүселәр әйтеүенсә, бында эш комплекслы рәүештә башҡарылған, шуға күрә биләмә бөтөнләй икенсе, заманса төҫ алған. 

Ремонт эштәре йорт хужаларының теләк-фекерҙәрен иҫәпкә алып башҡарыла. Шуға күрә лә төҙөүселәр кешеләр ихаталағы ҡоролмаларҙы тәләфләмәҫ, иғтибарлы мөнәсәбәттә булыр тип ышана. Икенсенән, был биҫтәлә йәшәүселәр ремонт эштәрен оҙаҡ йылдар көтөп алған.

Фото №1 - Быйыл төҙөкләндереләсәк республикалағы иң ҙур биләмә Саҡмағош районында

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ