Өфө картаһында ҡараңғы урындар кәмейКүптән түгел баш ҡаланың ике фонтан майҙанына ла зманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылды.
Ҡала хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, фонтан майҙанын яҡтыртыу күптән түгел арабыҙҙан киткән Өлфәт Мостафин ҡуйған һуңғы бурыстарҙың береһе булған. Баш ҡала халҡының яратҡан ял урындарының береһе булған скверҙы яҡтыртыу системаһының ярайһы иҫкергән булыуы билдәле.
Хәҙер инде ҡаланы ут менән тәьмин итеү ойошмаһы вәкилдәре бында 32 заманса яҡтыртҡыс ҡуйған. Майҙанда тәүгә Ишембайҙа етештерелгән диод фонарҙәре ҡулланылған. Яңы ҡорамалдар энергияны һөҙөмтәле һаҡсыл тотоноуы менән дә айырылып тора.
Парктың яҡтыртыу системаһын тәртипкә килтерҙек. Шулай уҡ үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең юғары сифатлы яҡтыртыу ҡорамалдары эшләй алыуын да иҫбатланыҡ. Ҡала халҡы хәҙер паркта рәхәтләнеп ял итһен, үҙҙәрен хәүефһеҙ тойһон тип теләйбеҙ.
Гөлдәриә Йосопова.




