Көйөргәҙе районында 8 йәшлек ҡыҙ бала алюмин феләк эсендә ҡыҫылып ҡалған

Бәхеткә, уның ғүмеренә зыян килмәгән. Әммә ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән. Маячный ҡасабаһында сабый 50 литрлыҡ һауыт эсенә төшөп йәшенмәк уйнаған. Әммә кире сығырға ынтылғанда ҡыҫылып ҡалған.

Ата-әсәһе баланы  оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙаллы сығарырға тырышҡандан һуң ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы махсус ҡорамалдар ярҙамында сығара. Бала ҡурҡмаһын өсөн, феләкте бысҡанда алюмин һауыт эсен майларға тура килгән.

Фото №1 - Көйөргәҙе районында 8 йәшлек ҡыҙ бала алюмин феләк эсендә ҡыҫылып ҡалған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ