"Башҡортостан ихаталары" программаһы буйынса төҙөкләндерелгән иң ҙур биләмә Саҡмағош районы үҙәгендә урынлашҡан. Майҙансыҡ 16 йортто берләштерә. Бында йорт алды һәм подъездар тәртипкә килтерелгән. “Ихата бер йыл эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе”, - ти саҡмағоштар. Уларҙың шатлығын хәбәрсебеҙ Алмаз Бәширов та уртаҡлашты.





