Ҡала хакимиәте сайтында интерактив карта урынлаштырылған. Ул техника эшен реаль ваҡытта күрһәтә, бынан тыш, һуңғы 12 сәғәт эсендә башҡарылған эш менән танышыу мөмкинлеге булдырылған. Бөгөн һауа торошо насарайыуға бәйле, юл участкаларында тәүлек әйләнәһенә дежур итеү, урамдарҙы таҙартыу, автомобиль юлдарын боҙлауыҡҡа ҡаршы ҡатнашмалар менән эшкәртеү ойошторолған.





