Бөгөн бында 400-ҙән ашыу кеше һәм 60-тан ашыу техника эшләй. Төҙөлөш тәүлек әйләнәһенә бара. Төҙөүсе компания директоры урынбаҫары Олег Бабенков белдереүенсә, әле биналарҙың металл конструкциялары һәм сэндвич панелдәре ҡорола. Дауахана 1 декабргә әҙер булырға тейеш.





