Был матдәләрҙе аҙыҡ-түлек сәнәғәте, атап әйткәндә һыра етештереү заводтарында ҡулланалар. Цехтарҙы сафҡа индереү өсөн 5 йөҙ миллион һум аҡса тотонолған. Ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа Салауат ҡалаһының сәнәғәт предприятиелары үҫеше тураһында киләһе материалда.
Силикагелде күптәр яңы аяҡ кейеме һатып алғанда ҡап эсендә ятҡан бәләкәй генә пакетиктар булараҡ белә. Уларҙы етештереүселәр тауарҙы артыҡ дымлылыҡтан һаҡлау маҡсатында ҡуллана. Салауат катализаторҙар зоводында иһә силикагелдең ниндәйе генә юҡ. Улар йәшәйештең төрлө тармаҡтарында ҡулланыла.
Предприятиела күптән түгел генә силикагелдең тағы бер төрөн етештерә башланылар. Онтаҡ рәүешендә етештерелгән матдәләрҙе һыра ҡайнатыу процесында төпрәне фильтрлау өсөн ҡулланПсаҡтар. Быға тиклем бындай адсорбентты Рәсәйҙә етештәргәндәре юҡ ине.
Онтаҡлы силикагель етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн биш йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Һөҙөмтәлә киләһе йыл завод үҙенең етештереү ҡеүәтен күпкә арттырасаҡ.
Тағы бер инвестиция проекты- битум һаҡлау өсөн резервуарҙар. Улар юл төҙөлөшөндә ҡулланыласаҡ. Майҙансыҡта 5 мең кубометр һыйҙырышлы 12 резервуар ҡуйыласаҡ.
Етәкселек фекеренсә, ҙур резервауарҙар тотоу битумға хаҡтар тирбәлеүен ауыҙлыҡлаясаҡ. Йәғни ҡышын күпләп етештереп, йәйен арзаныраҡ хаҡҡа һатыу мөмкинлеге буласаҡ. Төҙөлөш материалына булған ҡытлыҡты ла бер аҙ кәметәсәк.
Пандемия сәбәпле етештереү өлкәһе етди ауырлыҡтар кисерә. Шулай ҙа инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу планға ярашлы бара. Әле төбәктә 10 индустриаль һәм 5 технопарк теркәлгән. 4 меңдән ашыу өҫтәмә эш урындары булдырылған. Йәлеп ителгән инвестициялар күләме 44 миллиард һумдан ашҡан.
Айнур Кәбиров.




