«Эшлекле башҡорт телен» хәҙер мобиль ҡушымта аша өйрәнергә мөмкин

Сентябрҙә донъя күргән уҡыу әсбабының электрон варианты барлыҡҡа килде. Ҡушымта ҡулланыуҙа уңайлы, китаптың тулы күсермәһе килтерелә. Йыйынтыҡ документтар әҙерләү, тәржемә, рәсми һөйләү стилен үҙләштереүҙә ярҙам итә. Башлыса чиновниктар өсөн тәғәйенләнгән. Туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан мәғариф майҙансыҡтары ла булдырылған. Интернет киңлектәрендә уҡытыу процессы ойошторолған. Курс тыңлаусылары яңы мобиль ҡушымта аша ла туған тел нескәлектәренә төшөнә.

Гөлназ Хәйбуллина.