“Үҙ еремдең улы”

Республика Милли музейында Әхмәт Лотфуллиндың күргәҙмәһе асыла. Унда СССР-ҙың халыҡ рәссамы төрлө йылдарҙа төшөргән картиналар тәҡдим ителә. “Оҫтаның ижадында ысын тормош сағылдырылған”, - ти рәссам Әмир Мәжитов.

“Үҙ еремдең улы”

Әхмәт Лотуфуллиндың картиналары Мәскәүҙә Третьяков галереяһында, Рус музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. “Беҙ уның ижадын мәктәптә лә өйрәнебеҙ”, - ти рәссамдың яҡташы, Әбйәлил районы Ишҡол ауылы китапханасыһы Руфа Ирғәлина.

“Үҙ еремдең улы”

Әхмәт Лотфуллин һынлы сәнғәттә үҙ традицияларын булдырыуға ирешкән оҫта. Ул үткән быуаттың икенсе яртыһында Өфө дәүләт сәнғәт институтында яңы быуын рәссамдар тәрбиәләй. Уларҙың береһе – Жәлил Сөләймәнов.

“Үҙ еремдең улы”

Әхмәт Лотфуллин сәнғәттә яңы йүнәлеш – башҡорт неореализмына нигеҙ һалыусы. “Өс ҡатын”, “Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат”, “Ауылда байрам. 1930 йылдар” иң билдәле картиналары булып иҫәпләнә. Башҡортостан Милли музейында уның рәсем күргәҙмәһе бер ай дауамында асыҡ була.