Республика Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса индереүселәр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фондтан 7 миллиард һумға яҡын аҡса ала. Был фонд менән артабан да эшләү өсөн Башҡортостан яғынан өҫтәп финанслауҙы 300 миллион һумға арттырырға кәрәк. Республика башлығы Радий Хәбиров премьер-министры Андрей Назаровҡа тейешле сумманы бүлергә ҡушты.
Башҡортостанда әле 125 проблемалы йорт иҫәпләнә. Уларҙың төҙөлөшө өсөн 7 мең ярымдан ашыу кеше аҡса индергән.





