Йәмәғәт урындарында ауыҙ-танауҙы ҡаплап йөрөү мотлаҡ. Хәбәрсебеҙ был талаптың үтәлешен Өфө урамдарында күҙәтте.
10 ноябрҙән Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр мотлаҡ изоляцияла булырға тейеш. Республикала битлек режимы үтәлешен тикшереү буйынса даими рейдтар үтә. Әйткәндәй, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 113 кешелә асыҡланған, бер пациент һәләк булған.





