Профессиональ белем бүлеге етәксеһе Галина Давыдова белдереүенсә, урта белем биреү ойошмаларында вирус йоҡторған студенттар иҫәбе аҙ. Колледждарҙа антиковид инспекторы вазифалары булдырылған, айырым төркөмдәр һәм 65 йәштән өлкән уҡытыусылар ситтән тороп эшләүгә ебәрелгән.





