Башҡортостанда сауҙа нөктәләре һәм халыҡ күп йөрөгән муниципаль учреждениеларҙа санитар-эпидемиология режимын үтәү маҡсатында рейдтар үткәрелә. Етешһеҙлектәрҙе асыҡлау маҡсатында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешен Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министрлығы белгес-эксперттары һәм Башҡортостан Башлығының контроль идаралығы вәкилдәре менән бергә беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Свердлов сауҙа-сервис үҙәгендә беҙҙе саҡырылмаған ҡунаҡ һымаҡ, ҡоро ғына ҡаршыланылар. Өс минут самаһы үҙебеҙҙең хаҡлы икәнебеҙҙе иҫбатлағандан һуң, инспекторҙар менән бергә сауҙа рәттәренә үттек. Битлектәр, градусник,антисептиктар һәр сауҙа нөктәһендә ҡулланышта булырға тейеш. Бынан тыш термометрияны һәм дезинфекция үткәреү ваҡытын журналға теркәү ҙә төп талаптарҙың береһе.
Хеҙмәткәрҙәр өсөн кисә теркәлгән һандар бөгөн актуаль түгел. Был сауҙа нөктәһенең һатыусыһына температураһын үлсәп, журналға теркәмәгән өсөн протокол төҙөлдө. Бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн 30 меңдән алып 50 меңгә тиклем штраф ҡаралған.
Көндөң беренсе яртыһында һатып алыусылар бик һирәк, бәлиғ булмағандар ҙа бында өлкәндәрһеҙ индерелмәй. Һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа битлектәрҙә.
Башҡортостан Башлығының контроль идаралығы вәкилдәре Стәрлетамаҡ ҡалаһы Никах теркәү йортонда бер үк ваҡытта бинаға инеү һәм сығыу ролен үтәгән урындарҙы тикшерҙе. Бында социаль дистанция һаҡланмай, ә термометрия журналы хеҙмәткәрҙәр тарафынан һуңғы ике аҙна буйы тултырылмаған.
Әммә Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ыңғай миҫалдар ҙа етәрлек. Ҡаланың 70 процеттан ашыу муниципаль һәм дәүләт учреждениеларында санитар эпидемиологик нормалар теүәл үтәлә, ти экспреттар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 18 мартынан яңы короновирус инфекцияһы таралыу хәүефенә юғары әҙерлек режимын индереү тураһында указынан һуң 500 ашыу хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән. Уларға ҡарата протоколдар төҙөлөп, эштәр судҡа тапшырылған. Артабан да был указды үтәү ныҡлы контролдә тотоласаҡ, хеҙмәткәрҙәр һаулығы өсөн яуаплы белгестәрҙән эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү бурысы талап ителәсәк.
Гүзәл Борханова.




