Педофилдарға химик кастрация ҡулланыла башлауы ихтимал

Дәүләт Думаһы депутаттары Енәйәт кодексына өҫтәмә яза нормаһын индереү буйынса яңы закон проекты әҙерләй. Документ авторҙары билдәләүенсә, 2016 йылдан алып балаларға ҡарата енәйәттәр егерме процентҡа артҡан. Шуға күрә яуаплылыҡты арттырыу күҙаллана. Енәйәтсенең организмына медицина препараттары индереү - енси ылығыуҙы кәметәсәк. «Ғәҙел Рәсәй» сәйәси партияһы вәкилдәре лә язаны арттырыу яҡлы.

Көсләүҙәр буйынса статистика йылдан-йыл үҫә. Шуға күрә ҡануни яҡтан язаны арттырыу талап ителә. Психик яҡтан ауырыу кешеләр мотлаҡ медицина күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Енәйәтселәр буйынса реестр ҙа алып барырға кәрәк.

Юрий Игнатьев, «Ғәҙел Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе
Фото №1 - Педофилдарға химик кастрация ҡулланыла башлауы ихтимал

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ