Башҡортостандың Милли музейында билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың ижады менән танышырға мөмкин

Әбйәлил районында һаҡланған картиналар коллекцияһы Өфөгә килтерелде. Күргәҙмәне асыу тантанаһында БСТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты.

Багетһыҙ картина формаһыҙ генерал кеүек тиҙәр. СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың 87 ижади эше рамға ҡуйылды. 2017 йылда был коллекцияны сәнғәт әһеленең ҡатыны васыят итеп  Әбйәлил районы тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырғайны. Учреждение хеҙмәткәрҙәре Республика башлығы гранты ярҙамында картиналарҙы багеттарға беркетә. Ниһайәт, Өфөлә күргәҙмә ойоштороу ниәте лә тормошҡа аша.

Башҡортостандың Милли музейында асылған күргәҙмә «Мин – үҙ еремдең улы» тип атала. Бында талант эйәһенең автопортретынан тыш, иң ҡәҙерле кешеләре - ата-әсәһе, ҡатынын да күрергә мөмкин. Шулай уҡ пейзаждарында Әбйәлил районының хозур тәбиғәте, ауылдары сағылыш тапҡан. Өфөгә Асҡарҙа һаҡланған коллекцияның тик бер өлөшө генә килтерелгән. Уларҙың күбеһе этюдтар, йәғни төп картинаға әҙерлек барышында төшөрөлгән һыҙмалар. Ҡабатланмаҫ эштәрҙең бер нисә вариантын күреү – үҙе бер уңыш.

Әхмәт Лотфуллин ХХ быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда һын­лы сән­ғәт үҫешен дауам итеүсе генә түгел, ә үҙ традицияларын булдырыусы ла. Бөгөн ҡыл ҡәләм оҫтаһының  ижади эштәре Башҡортостанда ғына түгел,  Рәсәйҙең алдынғы музей-галереяларында, шәхси коллекцияларҙа ла һаҡлана.

Коронавирус пандемияһына бәйле, Башҡортостандың милли музейына килеүселәр һаны сикләнгән. Экскурсияларҙа бишәр кеше генә ҡатнаша. Шуға учреждение сайтына Әхмәт Лотфуллиндың картиналары буйынса видео-презентация ҡуйыла.

Гөлназ Хәйбуллина.