Башҡортостан йәшәүселәре 100 доллар аҡсаны табам тип ғауға ойошторған

Башҡортостан хаҡында «Орел һәм Решка» тапшырыуы эфирға сыҡҡандан һуң тиҫтәләрсә кеше 100 долларлыҡ купюраны эҙләргә барған.

Яҙманан күренеүенсә, «Орел һәм Решка» тапшырыуының алып барыусылары Регина Тодоренко менән Тимур Родригез 100 доллар һалынған шешәне Иглин районы Ивана Казанка ауылы янындағы ташландыҡ йорттоң бүрәнә араһына йәшереп китә.

Кисә программа эфирҙа күрһәтелгәндән һуң аҡсаны эҙләргә тип Өфө һәм Иглин районынан тиҫтәләгән кеше юлланған. Әммә улар килеүгә өй һүтелгән була. Тик эҙәрмәндәр өмөтөн өҙмәй, төндә кеҫә телефондарының фонарҙәрен яҡтыртып булһа ла үҙ эшен дауам итә.

Асыҡланыуынса, 100 доллар менән шешә бер ҡайҙа ла юғалмаған. Аҡсаны Өфөнән Герман исемле кеше тапҡан. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

Фото №1 - Башҡортостан йәшәүселәре 100 доллар аҡсаны табам тип ғауға ойошторған

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ